Хата. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Хата



Яңылыштыңмы?
 Хата булыр инде,
Яңылышһыҙ икән кем генә...
Яҙығыңды әммә үҙеңдә тот -
Шаһит булһын айһыҙ төн генә.
Аҡланма ла...
Дошман үсәр бары,
Ышандырмаҫ һүҙең бер мыҫҡал,
Хатаһыҙ ҙа хатта хата табыр -
Ишетерһең бары тик мыҫҡыл.
Ғәйепләмәҫ һине яҡындарың,
Һүҙ табырҙар ҡурсып яҡларға.
Күңелдәре әммә яраланыр,
Серен бирмәһә лә яттарға.
Яңылыштыңмы?
Хата булыр инде
Фәрештәнән түгел затыбыҙ,
Тәүбә ит тә Хаҡтан ғәфү һора...
Таралмаһын яманатығыҙ.
Үҙеңдә тот.


2013